Даирә
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
20 Июль 2020, 11:28

Үҙ язаһын алды

Кешегә тән йәрәхәттәре һалыусы 8 йылға иркенән мәхрүм ителде.

Суд асыҡлауынса, Яңы йыл төнөндә 29 йәшлек ир өй хужалары менән спирт­лы эсемлектәр эскән ваҡытта һүҙгә килешә һәм уларға уртаса ауыр­лыҡта зыян килтереп, тән йәрәхәттәре һала.
Ике аҙна үткәндән һуң енәйәтсе таныштарының өйөнә килә һәм тағы ла спиртлы эсемлектәр эсеп, ғауға ҡуптара һәм туҡмай؛ Һөҙөмтәлә, бәләгә тарыусы урында вафат була. Икенсе зыян күреүсе шулай уҡ төрлө тән йәрәхәттәре ала һәм урамда туңып үлә.
Суд енәйәтсене 8 йылға иркенән мәхрүм итте.
Әлеге ваҡытта район проку­ра­тураһы йомшаҡ яза тәғәйенләнеү сәбәпле, суд ҡарарына ялыу биреү тураһындағы мәсьәләне ҡарай.
Асҡар МУСИН, район прокуроры ярҙамсыһы.
Читайте нас: