Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
24 Июнь 2020, 15:10

Һыйпайым тигәнсе...

Былтыр ноябрь айында була был хәл. Бөрө ҡалаһында әсә кеше улы менән урамда йөрөгәндә ҙур булмаған этте тап итәләр. Тәү ҡарауға тыныс ҡына тойолған этте бала һыйпарға итә. Шул саҡ хайуан малайҙың ҡулын тешләй, бирсәткәләрен һәм курткаһын йырта. Балаға медицина ярҙамы талап ителә.

Бындай хәлдәр булып тора. Сер түгел, күп эт хужалары хайуандарын морондоҡһоҙ һәм бәйһеҙ йөрөтә. Зыян күреүселәр, үҙ хоҡуҡтарын белмәүҙәнме, бәлки, ғауға сығарыуҙан тартыныпмы, ғәҙәттә, шымып ҡала.
Был осраҡта әсә кеше судҡа мөрәжәғәт итә. Хәлде асыҡлап, суд бәлиғ булмаған кешегә әхлаҡи һәм физик зыян килтереүҙә эт хужаһын ғәйепле тип таба. Дүрт аяҡлы дуҫының ҡылығы өсөн ул 30 мең һум штраф түләйәсәк.
Фото: “Башинформ”
Автор: Римма Султанова.
Читайте нас: