Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
24 Июнь 2020, 12:20

Ғашиҡтар ғәйеп булған

Стәрлетамаҡта 22 йәшлек Диана Бохәрмәтова менән 32 йәшлек Евгений Масленниковтың юғалғаны тураһында хәбәр итә "Отклик" эҙәрмәндәре. Ғашиҡтар 3 июндә үк ғәйеп булған.

Шул көндән алып улар тураһында бер мәғлүмәт тә юҡ. Ирҙең медицина ярҙамына мохтаж икәнлеге билдәле.

Диананың билдәләре: буйы 168 см, уртаса кәүҙәле, оҙон ҡара сәсле, ҡара-һоро күҙле. Ул көн нимә кейгәнлеге билдәһеҙ.

Евгенийҙың билдәләре: буйы 172 см, аҡһыл ҡыҫҡа сәсле, зәңгәр күҙле.

Улар тураһында мәғлүмәт белеүсе булһа, 89871060601 йәки 02 телефонына шылтыратыуығыҙ һорала.

Фото: Горобзор.ру
Автор: Аклима Гизатуллина.
Читайте нас: