..Ике дуҫ береһенең фатирында спиртлы эсемлектәр эскән. Мәжлес ваҡытында бәхәс-низағ килеп сыҡҡан. Тик ҡунаҡ ыҙғышты артабан дауам итергә теләмәй, тыныс ҡына йоҡларға ятҡан. Быға йәне көйгән өй хужаһы бысаҡ алып, йоҡлап ятҡан дуҫының түшенә, ҡулбашына өс тапҡыр сәнскән. Ҡапыл уянған ир тәҙрәнән сығып ҡасҡан.
Яраланһа ла, өсөнсө ҡаттан һикерһә лә, ул иҫән ҡалған. Ә бына һөжүм иткән йорт хужаһы ҡаты режимлы колонияла 4,5 йыл ғүмерен уҙғарасаҡ.
Фото: uezdny-gorod.ru