Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
18 Июнь 2020, 16:35

Күп ҡыҙҙарҙың башына еткән маньяк – Башҡортостандан

Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында йәш ҡыҙҙарҙы көсләүсе маньяк ҡулға алынған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның Башҡортостандан булыуы асыҡланған.

Салауат ҡалаһынан булған 34 йәшлек ир Санкт-Петербург ҡалаһында 21 йәшлек ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнә. Ул ҡулға алына, енәйәт эше асыла.
Тикшереү барышында көсләүсе ир тураһында ҡот осҡос мәғлүмәттәр билдәле була. Асыҡланыуынса, ғәйепләнеүсе ир Һамар һәм Владимир өлкәләрендә лә әллә күпме йәш ҡыҙҙың башына еткән. Генотип тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, ҡулға алыныусының ДНК-һы Владимир һәм Һамар өлкәләрендә эш иткән маньяктың ДНК-һы менән тап килгән.
Ҡыҙҙарға “ташланыу”ҙан алда енәйәтсенең ваҡ хулиганлыҡ өсөн ҡулға алыныуы, ике тапҡыр Башҡортостандың психиатрия дауаханаһында ятыуы билдәле. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре маньяктың башҡа төбәктәрҙә лә ошондай уҡ енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашлығы булыуын инҡар итмәй.
Таныш булмаған кешеләр менән аралашыуҙан һаҡ булығыҙ, урамда шикле күренгән кеше һүҙ ҡушһа, уға яуап биреүҙән баш тартығыҙ!
Фото: zen.yandex.ru
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/326650
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас: