Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
18 Июнь 2020, 14:30

Һаҡ булығыҙ: тауыш биреүҙең абруйын төшөрөү маҡсатында ялған яңылыҡтар таратыла!

Өфөлә Конституция буйынса тауыш биреү алдынан йәмәғәтселек фекере менән идара итеү технологиялары тураһындағы “Фейклы картина” докладының презентацияһы булды. Онлайн-тикшереүҙә юридик, студенттар һәм ғилми берлектәр, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты

“Граждандар контроле” ассоциацияһы рәйестәше, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуғы буйынса Совет ағзаһы Александр Брод һүҙҙәренсә, доклад алда үтәсәк Дөйөм Рәсәй тауыш биреүенең абруйын төшөрөү маҡсатында халыҡ фекеренә йоғонто яһау өсөн файҙаланылған технологиялар һәм механизмдар тураһында һөйләй.
Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен тауыштарҙы иҫәпләүҙе күҙәтеүгә индермәү тураһындағы хәбәр Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү тураһындағы ялған миҫалдарҙың береһе булып тора. Тауыш биреүгә иғтибар итмәҫкә саҡырыуҙар ишетелә. Шулай уҡ ҡотҡо һалыу маҡсатында төҙәтмәләрҙең мәғәнәһен боҙалар, тауыш биреү ҡағиҙәләрен боҙоуға апелляция бирәләр, законһыҙ өгөтләү темаһы, тауыш биреүҙең яңы формаһы тәнҡитләнә.
“Шулай уҡ Йәмәғәт палаталары граждандарға Дөйөм Рәсәй тауыш биреү барышын күҙәтеүҙә ҡатнашыуына кәртәләр ҡуя, тигән ялған һүҙ ҙә таратыла. Әммә әлеге ваҡытта Йәмәғәт палатаһына тәҡдим ителгән 250 мең кандидатураны кире ҡағыуҙар, сикләүҙәр тураһында бер мәғлүмәт тә билдәле түгел. Бындай аҙымдар һуңғы өс йылда үҙенең һөҙөмтәлеген күрһәткән күҙәтеү институтының абруйын төшөрөүгә йүнәлтелгән”, – тип билдәләне Брод.
Тауыш биреү буйынса ялған мәғлүмәттәрҙең башҡа һыйғыһыҙ миҫалдары ла килеп сыға, ти эксперт. Йәнәһе, китап магазиндарына инде ҡабул ителгән төҙәтмәләре булған Конституцияның яңы баҫмаһы килә. Баҫма, ысынлап та, быйылғы, әммә төҙәтмәләр алдағы йылдарҙағы, ти Александр Брод. Шулай уҡ, йәнәһе, яңы төҙәтмәләр менән Рәсәйҙең мосолман халҡын көсләп суҡындырасаҡтар, тигән фейк хәбәрҙәр ҙә таратыла.
Бынан тыш, Кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзаһы “Конституция-2020” сайтын ҡабатлаған ялған сайттар булдырылыуы һәм унда үҙегеҙҙең мәғлүмәттәрегеҙҙе ҡалдырыу, уларҙы киләсәктә насар маҡсатта файҙаланыуҙары ихтималлығы хәүефе тураһында ла иҫкәртте.
“Беҙ, эксперттар булараҡ, граждандарға мәғлүмәт биреүҙе арттырырға, ялған мәғлүмәттәрҙе тикшерергә саҡырабыҙ. Мин тауыш биреүҙе тәнҡитләү һәм унда ҡатнашыуҙан баш тартыу яғында түгел, ә, киреһенсә, әүҙем килергә, сара барышын күҙәтергә, тәртип боҙоуҙар тураһында хәбәр итергә саҡырам. Шундай юл менән беҙ һөҙөмтәнең асыҡлығына нығыраҡ ышаныста буласаҡбыҙ. 2 июлдә уянғас, беҙ һөтлө йылғаларҙы һәм кеҫәлле ярҙарҙы күрмәйәсәкбеҙ. Төҙәтмәләр, әгәр улар ҡабул ителһә һәм законлы көсөнә инһә, артабан йәмәғәт контроле, граждандарҙың хоҡуғын яҡлау, власть алдында әүҙемерәк талаптар ҡуйыу һәм уларҙың үҙ бурыстарын сифатлыраҡ үтәргә мәжбүр итеү өсөн яҡшы нигеҙ булып хеҙмәт итәсәк”, – тип йомғаҡланы һүҙен Александр Брод.
Читайте нас: