Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә. Ведомствоның электрон адресына ошондай йөкмәткеле хат 9 июндә килгән. Унда Р. тигән малай гимназияға мина һалырға ниәтләй, тип әйтелгән, хатта үҫмерҙең телефон номеры ла күрһәтелгән. Мәғлүмәт хоҡуҡ һаҡлау органдарына еткерелгән.
Билдәләнгән адрес буйынса тәфтиш-оператив төркөм һәм саперҙар барған. Улар гимназияның ике ҡатлы бинаһын һәм биләмәһен тикшереп сыҡҡан, ҡыуанысҡа күрә, шикле әйбер тапмаған.
Артабан шул асыҡланған: хаттағы телефон номеры 49 йәшлек Өфө уҙаманына теркәлгән, ә номер менән 14 йәшлек улы файҙаланған.
Малай ошо гимназияла уҡый. Үҫмер енәйәт планлаштырғанмы-юҡмы икәнлеге асыҡлана, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: iz.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.