Һуңғы тапҡыр Русланды туғандары 23 майҙа күргән, ул өләсәһендә ашап алғандан һуң өйөнә йүнәлгән тиҙәр. Ҡыйғы районы Вәкийәр ауылында кемлеген әйтә алмай йөрөгән сит егет тураһында ишеткәс, шунда барып, урындағы халыҡҡа Русландың фотоһын күрһәткәндәр, тик уны шул тип раҫлаусы табылмаған. Йәнә әсә сараһыҙҙан күрәҙәсегә лә барған (бындай саҡта һәр бер мәғлүмәт тә ҡәҙерлелер). Уныһы ирҙе өс кеше туҡмауы, ҡайҙалыр бикләп тотоуҙары тураһында һөйләгән. "Социаль селтәрҙә район халҡына ярҙам һорап мөрәжәғәт тә яҙҙым: һарай-мунсаларығыҙҙы ҡараштырығыҙ тип. Хәҙер ни уйларға ла белмәйем. Ашай ҙа, йоҡлай ҙа алмайым", ти билдәһеҙлектән миктәгән әсә.
Төбәк Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әлеге көндә 23 майҙа юғалған Руслан Ғариповты эҙләү бара. Хәл-ваҡиғалар тикшерелә.
Русландың билдәләре: ҡара сәсле, ҡара-һоро күҙле, уртаса кәүҙәле, буйы - 165 см. Ҡара төҫтәге спорт курткаһы һәм салбары, аҡ һыҙатлы ҡара кроссовка кейгән. Алдан хәбәр ителеүенсә, ир яңғыҙ йәшәгән. Күреүселәр булһа, 88007005452 телефонына хәбәр итеүегеҙ һорала.