Бәрелеү көслө була, “Рено”, хатта әйләнеп китеп, түңкәрелә һәм түбәһенә ята. Түңкәрелгән машина эсендә ун йәшлек малай ҙа булған. Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, бала йәрәхәттәр алған һәм “Ашығыс ярҙам” менән дауаханаға оҙатылған. Машинаны экстрен хеҙмәт ярҙамында тәгәрмәстәренә баҫтырғандар һәм юл ситенә ҡуйғандар. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре авария сәбәптәрен асыҡлау менән мәшғүл. Водителдәрҙе юл йөрөү ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә һәм хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙы хөрмәт итергә саҡырабыҙ.