Республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Учалы районының Сәфәр ауылынан бер ир менән урында йәшәгәндәр араһында гүзәл зат вәкиле арҡаһында низағ сыҡҡан.
Алдан фаразланыуынса, ир элек бергә йәшәгән ҡатын менән һүҙгә килешкән. Ә уныһы мөнәсәбәтте асыҡлау өсөн бер нисә танышын саҡырған. Низағ ваҡытында ирҙәрҙең береһе пневматик пистолетын сығарған да атҡан...
Әле был хәл буйынса тикшереүҙәр бара.