Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
21 Май 2020, 15:31

Балаларҙың хоҡуҡтары боҙолорға тейеш түгел

Районда балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса күсмә ултырыштар дауам итә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ аллы изоляция осо­ронда комиссия ағзаларының эше кәме­мәй – ултырыштарҙа ата-әсәлек бурыстарын тейешенсә үтәмәгән атай-әсәйҙәргә ҡарата протоколдар тикшерелә. Һүҙ, башлыса, эске­лек менән мауыҡҡан ғаиләләр хаҡында бара.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар араһында урлашыу, бер-береһенә тән йәрәхәттәре һа­лыу, транспорт сараларын рөхсәтһеҙ алып китеү осраҡтары бар. Уларҙың ба­рыһы ла административ эштәрҙе тикшереү һөҙөм­тәләре буйынса яуаплылыҡҡа тарт­тырыласаҡ.
Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау сис­те­маһы органдары вәкилдәре, комис­сия, оп­е­ка һәм попечителлек бүлеге, “Ғаилә” район-ара үҙәге белгестәре, хоҡуҡ һаҡлау струк­ту­ралары хеҙмәткәрҙәре, янғын хәүеф­һеҙ­леге буйынса инспек­торҙар һәм ауыл билә­мәләре хакимиәт­тәре белгестәре айырым иғ­ти­бар аҫтында булған ғаиләләрҙең йәшәү шарт­та­рын, торлаҡтарын тикшереүҙе дауам итә. Улар күбеһенсә социаль яҡтан хәүефле һәм опекаға алынған балалар тәрбиәләгән ғаиләләр.
Белгестәр рейдтар һөҙөмтәләре буйын­са өйҙәренә барғанда балиғ булмаған­дарҙың дис­танцион уҡыуҙарын, атай-әсәйҙәрҙең шулай уҡ үҙ эштәре менән мәшғүл булыуҙарын, аҙыҡ-түлек етерлек булыуын асыҡланы.
Әгәр ҙә һеҙ балиғ булмағандарҙың хоҡуҡ­тары боҙолоуын йәиһә атай-әсәй­ҙәрҙең законлы бурыстарын үтәмәгән­дәрен күрһәгеҙ, был хаҡта комиссияға 8(34765)2-10-94 телефон һандары буйынса хәбәр итә алаһығыҙ.
Закондарҙы боҙмағыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Фәнил Гәрәев.
Читайте нас: