

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығының күҙәтселек хеҙмәте һәм иҫкәртеү эштәре идаралығының Ауырғазы район-ара бүлеге һыу инеү миҙгеле осоронда һыу объекттарында хәүефһеҙ тәртип ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә.
Һыу ятҡылығының ниндәй төрөнә ҡарамаҫтан, һәр кеше һыуҙа үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен һәм хәүефһеҙлек сараларын белергә һәм теүәл үтәргә тейеш.
Иртән йәки кис ҡояш йылытҡанда һыу инеү яҡшыраҡ, был ваҡытта эҫергәнеү ҡурҡынысы юҡ. Һыу температураһы 18-19 градустан, һауа т емрператураһы +22 градустан кәм булмаҫҡа тейеш. “Һыу инеү тыйылған!” иҫкәртеү билдәләре менән йыһазландырылған һыу объекттарынла һыу инеү ҡәтғи тыйыла.
Бәләкәй балаларҙы һыу буйында яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.
Таныш булмаған һәм тыйылған урындарҙа һыу инмәгеҙ.
Һыу төбө билдәһеҙ булған урындарҙа суммағыҙ: ташҡа һуғылырға йәки арматура дет алдәренә, торбаларға тап булырға мөмкин.
Иҫерек килеш йәки яңғыҙ һыу инмәгеҙ, ярҙан алыҫҡа йөҙөп китмәгеҙ.
Катеерҙарҙан, кәмәләрҙән, шулай уҡ был маҡсат ҡа яраҡлаштырылмаған ҡоролмаларҙан һыуға һикереү тыйыла.
Көслө ағымлы, һаҙыҡлы һәм үҫемлектәр менән ҡапланған урындарҙа һыу инмәгеҙ.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Һыу ятҡылыҡтарында балаларҙың һәләк булыуына юл ҡуймау маҡсатында һеҙҙән балаларығыҙға һыу буйында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеген аңлатыуығыҙҙы һорайбыҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Һыуҙа хәүефһеҙлек сараларын үтәү генә бәлә-ҡазаны иҫкәртә ала.
Алик АБДРӘХИМОВ,
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ауырғазы район-араи күҙәтселек хеҙмәте һәм профилактика эше идараһының өлкән инспекторы.