Даирә
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
19 Март , 10:11

Аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаға күрмәгеҙ

Һуңғы ваҡытта район биләмәһендә банк картаһынан аҡса урлау осраҡтары йышайҙы.

Мутлашыусыларҙың яңы ысулы, тәү ҡарашҡа, бик ябай. Тик ҡаушап йәки ҡурҡып ҡалып, аҡсаңдан ҡолаҡ ҡағыуың да бар.
Ефремкин ауылы гражданы мутлашыусыларҙың сираттағы ҡорбаны булды. Асыҡланыуынса, зыян күреүсе таныштары менән бергә спиртлы эсемлектәр эсә. Банк картаһының юғалыуын ул бер нисә көн үткәс кенә белә. Картаны блокировкалау өсөн банк операторы менән бәйләнешкә инә, унан күңелһеҙ яңылыҡ ишетә: енәйәтселәр уның банк картаһы менән магазиндан аҙыҡ-түлек һатып алған. Был ғәмәлдәре менән улар банк картаһы хужаһына 4 мең һумдан ашыу зыян килтергән.
Зыян күреүсе полицияға ғариза менән мөрәжәғәт итә.
Хөрмәтле райондаштар! Карталарығыҙ менән һаҡ булығыҙ. Сөнки мутлашыусылар йоҡламай. Банк картаһын бер ҡасан да күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, бигерәк тә халыҡ күп булған урындарҙа. Әгәр һеҙ картағыҙҙың юғалғанын аңлағанһығыҙ икән, йәки һеҙгә шикле белдереү килһә, уны шунда уҡ блокировкалағыҙ.
Динар СӘЙФУЛЛИН.

Автор: Миляуша Давлянова
Читайте нас