+9 °С
Облачно


Бөгөн таңға ҡарай Шишмә районының Алкино ауылында бер ҡатлы дүрт фатирлы кирбес йортта фатир янып китә, тип хбәр итә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Янғын һүндереүселәр утты тиҙ-арала һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынын тикшергән саҡта улар һәләк булған 62 йәшлек ҡатынды таба. Әле урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе һәм оператив-тикшереү төркөмө эшләй.