+9 °С
Облачно


Элек енәйәтселәр республика халҡына: “Сәләм! Был һинме фотола?” тигән фотолар ебәрһәләр, бөгөн иһә: “Сәләм! Элекке фотоһүрәттәрҙе ҡарап сыҡтым, бына ошондай фотолар таптым, уларҙы иҫләйһеңме?”- тигән яҙыуҙар ебәрәләр.
Apk киңәйтелгән файлдар – Android операцион системалы яйланмаларға ҡушымталар урынлаштырыу программаһы. Әгәр һеҙ шундай файлды асһағыҙ, һеҙҙең яйланмаға вирус эләгергә мөмкин. Ул мутлашыусыларға һеҙҙең смартфонығыҙға йәки планшетығыҙға, шул иҫәптән банк ҡушымталарына, инеү мөмкинлеге бирәсәк.
Һаҡ булығыҙ, мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләкмәгеҙ!
Данир СӘЙФУЛЛИН.