Даирә
+24 °С
Ямғыр
Уяу булайыҡ
11 Июнь 2025, 07:27

Сит карталар менән эшләү

Көн һайын беҙ замананың иң көнүҙәк проблемаларының береһе – мутлашыусыларҙың алдашыуҙары менән осрашабыҙ. Һеҙ, енәйәтселәрҙе танып, уларҙың хәйләләренә эләкмәһен өсөн, иң киң таралған схемаларын ҡарайыҡ.

1. Юғары хеҙмәт хаҡы һәм уңайлы шарттар менән эш тәҡдим итәләр
Фейк вакансиялар баҫтыралар йәки эре компаниялар хеҙмәткәрҙәре исеменән мессенджерҙарҙа яҙалар: йәнәһе банкта эш вәғәҙә итәләр. Һәм, әлбиттә, махсус белем, бигерәк тә күнекмәләр талап ителмәй: яңы кешене барыһына ла өйрәтәсәктәр, уңайлы график, ситтән тороп хатта көнөнә берәр сәғәт эшләргә мөмкин. Һуңынан эҙләүсе менән “куратор” элемтәгә инә, ул төрлө һылтауҙар аҫтында ҡорбандан аҡса ала башлай.
2. Осрашыуға саҡыралар
Йыш ҡына мутлашыусылар танышыу сайттары аша аралашыусыны эҙләй. Ҡағиҙә булараҡ, ҙур булмаған хеҙмәт хаҡы һәм финанс проблемалары булған ҡыҙҙарҙы һайлайҙар. Башта кәнфиттәр, сәскәләр бүләк итәләр, ә һуңынан ябай ғына үтенес менән яҡшы аҡса тәҡдим итә башлайҙар: комиссия алмаһындар өсөн яңы танышының дуҫына һәм әсәһенә аҡса күсереүҙәрен һорайҙар.
3. Картаны уйын валютаһына алыштыралар
Ҡағиҙә булараҡ, уларға балалар алдана. Мутлашыусылар улар менән төрлө уйын платформаларында яҙышалар, банк реквизиттары өсөн яратҡан уйында һирәк осрай торған хәрби кейемдәр йәки уникаль ҡорал вәғәҙә итәләр, Ә уларҙан мәғлүмәт алыу менән юҡҡа сығалар.
4. Аҡсаны криптовалюта аша алалар
Жулик үҙен һатып алыусы тип таныштырып, һанлы валюта һатыусыһы менән элемтәгә инә, килешеү тураһында һөйләшеп, аҡса күсереү тураһында реквизиттар ала. Енәйәтсе уларҙы ҡорбанына ебәрә һәм төрлө һылтауҙар менән, мәҫәлән, был аҡсаны урлауҙан һаҡлаусы хәүефһеҙ иҫәп реквизиттары, тип унда аҡса ебәреүҙе һорай.
Бер нимәнән дә шикләнмәгән һатыусы, ирекһеҙҙән аҡса урлауҙа аралашсы булғанлығын да аңлап бөтмәйенсә, түләү ала һәм жуликка криптовалюта ебәрә.
Иғтибарлы булығыҙ һәм үҙ мәғлүмәттәрегеҙҙе һаҡлағыҙ. Ике факторлы аутентификацияны ҡулланығыҙ, сайттарҙың URL-адресын тикшерегеҙ һәм уларҙың дөрөҫлөгөнә ышанмаһағыҙ, бер ҡасан да үҙ мәғлүмәттәрегеҙҙе телефон йәки электрон почта аша ебәрмәгеҙ. Һаҡ булығыҙ!
Ильяс ХАЖИЕВ,
район прокуроры ярҙамсыһы.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас