Даирә
+21 °С
Облачно
Уяу булайыҡ
11 Июня 2025, 07:28

Мутлашыу тоҙағына эләккән

Район-ара суды тарафынан Архангел районының 59 йәшлек кешеһенең банкка ҡарата яҙылған дәғүә ғаризаһы тикшерелде. Ул унда банк үҙе менән төҙөгән кредит килешеүен ғәмәлдән сығарыу, кредит тарихы тураһында мәғлүмәттәрҙең ғәмәлдә булмаған юлдар менән башҡарыу эҙемтәләрен бөтөрөү тураһында дәғүә менән мөрәжәғәт итә.

Суд 2024 йылдың октябрендә билдәһеҙ кешеләрҙең дәғүә биреүсенең телефонына шылтыратып, ялған юл менән уға смс-хәбәр менән ебәрелгән код-һанын әйттереү, һуңынан уның телефоны аша “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына һәм банк ҡушымтаһы аша дәғүәсе исеменә 1 миллион һәм 466 мең һум кредит килешеүе төҙөү тураһында билдәләй.
Дәғүәсе уға ҡарата законға ҡаршы ғәмәлдәр башҡарылыуын аңлап, полицияға мөрәжәғәт итә. Унда тиҙ арала телефонын завод көйләүҙәренә тик­лем таҙарталар һәм РФ Енәйттәр кодексының 159-сы статьяһы 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше асалар.
Мутлашыусылар кредиттағы өҫтә әйтелгән сумманың 495 мең һумын билдәһеҙ кешеләргә күсерергә өлгөргән була, ә ҡалған өлөшөн зыян күреүсе телефонды һәм банк ҡушымтаһын яңынан ебәргәндән һуң банкҡа кире ҡайтара.
Суд ултырышында дәғүә биреүсе һәм уның вәкиле дәғүә талаптарын тулыһынса хупланы һәм ҡәнәғәтләндереүҙе һораны, ә банк вәкиле дәғүә талаптары менән килешмәне һәм кире ҡағыуҙы үтенде.
Суд дәғүә талаптарын тулы күләмдә ҡәнәғәтләндерергә тигән ҡарар сығарҙы.
Ҡарар әле закон көсөнә инмәгән.
Хөрмәтле граждандар! Һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы алдарға ирек бирмәгеҙ! Балаларығыҙға, туғандарығыҙға, таныштарығыҙға мутлашыусыларҙың алымдары, схемалары тураһында һөйләгеҙ, аныҡ миҫалдар килтерегеҙ. Бер кемгә лә банк карталары һәм паролдәр тураһында хәбәр итмәгеҙ.
Әгәр ҙә мутлашыусылар ҡулынан ҡаза күрһәгеҙ, 112 телефоны аша полицияға хәбәр итегеҙ.
Илмира Байғусҡарова,
Ҡырмыҫҡалы район-ара судының рәйес ярҙамсыһы.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас