Даирә
+21 °С
Болотло
Уяу булайыҡ
4 Июнь 2025, 06:47

Скутер арҡаһында саҡ үлтермәгәндәр

Стәрлетамаҡта егеттең өйөнә баҫып ингәндәр ҙә, уны көсләп минивэнға ултыртып, урманға алып сығып туҡмағандар.

Скутер арҡаһында саҡ үлтермәгәндәрСкутер арҡаһында саҡ үлтермәгәндәр
Скутер арҡаһында саҡ үлтермәгәндәр

Хоҡуҡ яҡлаусы Дмитрий Черкасов журналистарға һөйләүенсә, конфликт скутерҙан башланған. Егет танышынан скутерын алып торған. Йөрөгәндә нимәһендер боҙа. Егет зыянды ҡапларға вәғәҙә итә. Мотороллер хужаһы риза була һәм хатта кеҫә телефонын залог итеп ала. Әммә уның туғандары бының менән ризалашмайынса, егетте тәрбиәләргә ҡарар итә. Уның фатирына бәреп инәләр, машинаға ултырталар һәм урманға алып китәләр, туҡмайҙар.

Егет полицияға ғариза яҙған. Яуыздарҙы эҙләйҙәр.

Нимә булған ул кешеләргә?!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас