Даирә
+21 °С
Болотло
Уяу булайыҡ
30 Апрель 2025, 04:12

Янғындарҙы иҫкәртеү яҡшыраҡ

Яҙғы-йәйге янғын хәүефе ҙур булған осор башланды. Автомобиль юлдары буйында, болондарҙа ҡоро үлән, усаҡ һәм кешеләр йәшәгән йорттар янындағы биләмәләрҙә, шулай уҡ төрлө милек формаһындағы объекттарҙа ла сүп-сар яндырыла.

Уҙған йылғы үләнде яҙ көнө яндырыу тәбиғәт өсөн файҙалы һәм яндырғандан һуң йәшеллек яҡшыраҡ үҫә тигән яңылыш фекер бар. Ысынын­да иһә, тәбиғәт өсөн уттан да зарарлыраҡ нәмә юҡ. Әлбиттә, янғындан һуң күпмелер ваҡыт үткәс, йә­шеллек күренә башлай, ләкин бында инде элекке үләндәр сыҡмаясаҡ.

Ә бына тамыр системаһы ныҡ үҫкән күп йыллыҡ сүп үләндәренә ут ҡапҡанда, улар тирә-яҡҡа еңел күсә һәм ҙур майҙандарҙы яулап ала. Көслө үлән янғанда ҡоро үләндә йәки тупраҡ өҫтөндәге бар­лыҡ хайуандар тиерлек һәләк була. Янғындарҙа йыш ҡына йомортҡа һалынған ҡош оялары, шулай уҡ ки­мереүселәр табыла.

Яҙ етеү менән кешеләр үҙҙәренең ихаталарын, баҡсаларын һәм тирә-яҡ биләмәләрҙе тәртипкә килтерергә ашығалар, шул уҡ ваҡытта көнкүреш ҡалдыҡтарын һәм ҡоро үҫемлектәрҙе яндырып, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын онотоп, үҙҙәренең милкенә зыян килтереү генә түгел, ә етди йәрәхәт алыу һәм ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу хәүе­фе барлығын да онотоп ебәрәләр.

Рәсәй Федерацияһында Янғынға ҡаршы ре­жим ҡағиҙәләре нигеҙендә биләмәләрҙе яныусан ҡалдыҡтарҙан, сүп-сарҙан, һауыттарҙан, ҡойолған япраҡтарҙан һәм ҡоро үләндән ваҡытында таҙартып торорға кәрәк. Уларҙы яндырғанда ул биналарҙан һәм ҡоролмаларҙан 50 метр алыҫлыҡта булырға тей­еш.

Шулай уҡ ауыл биләмәләрендә тиҙ яныусан көнкүреш ҡалдыҡтарын теләһә ҡайһы урынға ташлап китеү ҡәтғи тыйыла. Тотороҡло ҡоро, эҫе һәм елле һауа торошо осоронда, шулай уҡ янғынға ҡаршы махсус режим булғанда биләмәләрҙә усаҡ, мейес яғыу, айырым участкаларҙа янғын хәүефе янаған эштәр башҡарыу һәм ҡаҙан яйланмалары ҡуйыу тыйыла.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәжрибәләрҙән күренеүен­сә, ҡайһы бер осраҡтарҙа янғындар етештереү куль­тураһының етерлек булмауы менән дә бәйле. Был, беренсе сиратта, объекттар территорияһын ҡарап тотоуға ҡағыла.

Көҙ көнө ауыл хужалығы предприятиелары ҡырҙарҙан һаламды йыйып алырға өлгөрмәй. Ә яҙын уны йыйыуы ауыр, техника ватыла. Күп кенә ха­лыҡ ял көндәрендә тәбиғәткә сыға, йылға буйын­да ваҡыттарын үткәрә, балыҡ тота. Ял иткәндә һәр ваҡыт тиерлек усаҡ яға, ә был тәбиғи янғындарҙың сәбәбе булырға мөмкин. Уларҙы һүндереү өсөн күп кешеләрҙең ғәйәт ҙур хеҙмәте һәм шаҡтай матди сығымдар талап ителә.

Балаларҙың янғын сәбәпселәре, ә ҡайһы саҡта янғын ҡорбандары булыу осраҡтары айырыуса бор­солоу тыуҙыра. Яҙ етеү менән балалар күп ваҡыт­тарын урамда үткәрәләр, ата-әсәләренең тейешле иғтибары булмауҙан файҙаланып, йыш ҡына дуҫта­ры менән усаҡ яғалар, һәм былар барыһы ла ҙур янғынға әйләнергә мөмкин.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл үтәү генә янғындарҙы киҫәтеп, кешеләрҙең ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлап ҡала ала.

Эльвира МӨХТӘРУЛЛИНА,

Ауырғазы район-ара күҙәтселек эшмәкәрлеге һәм профилактика эше бүлеге инспекторы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас