Даирә
+24 °С
Ямғыр
Уяу булайыҡ
16 Апрель 2025, 10:39

Онлайн эш ҡиммәткә төшкән

Районда йәшәүсе ҡатын ситтән тороп эш табырға уйлаған һәм аҡсаһынан мәхрүм ҡалған.

РФ Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса идаралығына Ҡыр­мыҫҡалы ауылынан Нурия И. (исеме үҙгәртелде) ғариза менән мөрәжәғәт итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул сайтта онлайн-аҡса эшләү тураһындағы белдереүҙе күреп ҡала. Бер аҙ ваҡыттан һуң уға билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен сауҙа майҙансығы менеджеры тип таныштыра һәм танылған маркетплейстарҙың береһендә эш тәҡдим итә.
Әңгәмә барышында “менеджер” уға теркәлергә ҡуша. Артабан уларҙың аралашыуы видео буйынса дауам итә. Зыян күреүсе аферист күрһәтмәһе буйынса экранды күрһәтә, банктың онлайн-ҡушымтаһына инә һәм билдәле ғәмәлдәр башҡара. Һуңынан енәйәтсе уға мессенджерға һылтанма ташлай, уның аша уҙғас, ул сайтта теркәлә һәм үҙ шәхси кабинетын булдыра.
Бер нисә көндән һуң ҡыҙ үҙенең иҫәбенән 14 817 һум аҡса кәмегәнен күреп ҡала. Аферист аңлатыуынса, аҡса уның эш платформаһына күскән. Ысынында, Нурия И. үҙенең шәхси кабинетында 164 доллар аҡса килеүен күрә. Ҡыҙ уларҙы яңынан картаға күсерергә теләй, ә мутлашыусы уны ялған юристҡа күсерә. “Юрист” үҙ сиратында телефон экранын күрһәтергә һәм банктың онлайн-ҡушымтаһына инергә тәҡдим итә. Зыян күреүсе мутлашыусанлыҡ ғәмәлдәренән шикләнә һәм аралашыуҙы туҡтата.
Хөрмәтле район халҡы! Таныш булмаған кешеләр менән видеоэлемтә аша һөйләшмәгеҙ һәм экранды күрһәтмәгеҙ. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!
Ғәлиә КӘРИМОВА.

 

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас