Даирә
+24 °С
Ямғыр
Уяу булайыҡ
27 Март 2025, 06:05

Бер ҡатлылыҡ бәләһе

 Хоҡуҡ һаҡсылары банк карталары реквизиттарын сит кешеләргә бирмәгеҙ тип даими иҫкәртеп, матбуғат бит­тәрендә әленән-әле яҙылып тороуға ҡарамаҫтан, мут­лашыусылар кешеләрҙең бер ҡатлығынан файҙаланып, еңел генә байырға теләйҙәр.  

Енәйәтселәр дистанцион мутлашыуҙар ваҡытында енәйәт эштәрен конспирациялау маҡсатында аҡса алыу һәм күсереү өсөн иҫәп-хисап һәм банк карталары реквизиттарын ҡулла­на. Улар, йәнәһе лә, әлеге ваҡытта кемдәрҙер һеҙҙең исемдән кредит алырға маташа тип, һеҙҙе үҙегеҙҙең банк картағыҙҙың иҫәп һандарын әйттерергә тырышалар йәки ҡушымта аша ниндәйҙер ғәмәлдәр башҡарырға өндәйҙәр.

Аҡса иҫәп-хисап араһында күп һанлы операциялар башҡарыу юлы менән урлана. Таныш булмаған кешеләргә иҫәп-хисап һәм банк карталарын асырға һәм файҙаланыуға тапшырырға тигән шикле тәҡдимдәр менән ризалашмағыҙ. Һеҙ киләсәктә енәйәтсел маҡсаттарҙа ҡулланыла торған аҡса­ларҙы дистанцион урлауҙың енәйәт схемаларында ҡатнашыу­сы булырға мөмкинһегеҙ.

Әгәр һеҙҙә ошо рәүешле рәсмиләштерелгән һәм енәйәт схемаларында ҡулланыла алған иҫәп-хисаптар булһа, уларҙы ябыу өсөн кредит-финанс учреждениеларына мөрәжәғәт ите­геҙ.

Ошоноң менән бәйле район прокуратураһы хәбәр итеүен­сә, мутлашыуҙарҙан зыян күреүселәрҙең бындай иҫәп һәм банк карталары хужаларына нигеҙһеҙ күскән аҡсаны түләтеү тураһында дәғүә ғаризаһы биргән осраҡта, иҫәп хужаларынан енәйәт юлы менән алынған аҡса түләтелергә мөмкин.

Ильяс ХАЖИЕВ, район прокуроры ярҙамсыһы.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас