Даирә
+21 °С
Болотло
Уяу булайыҡ
20 Март 2025, 11:15

Йәнә «ҡапҡан»ға эләккәндәр

Районда мутлашыуҙың яңы төрө теркәлгән. Енәйәтселәр үҙҙәрен “Энергосбыт” хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра һәм счетчикты тикшереү датаһын һәм ваҡытын килештерергә тәҡдим итә.

Прибельский ауылында йәшәүсе граждан афера ҡорбаны була. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса дежур бүлегенә ғариза менән бер ир мөрәжәғәт итә. Андрей Ф.-ға (исеме үҙгәртелде) билдәһеҙ кеше шылтырата һәм үҙен “Энергосбыт” хеҙмәткәре тип таныштырып, абонентҡа уның янына счетчиктарҙы тикшерергә киләсәктәре тураһында хәбәр итә.
Электр счетчигын тикшереү өсөн мутлашыусы ирҙән килгән СМС кодын һорай. Шулай итеп, “хеҙмәткәр” банктың онлайн ҡушымтаһына инеү мөмкинлеге ала. Шунан һуң Андрей Ф.-ға банк һәм полиция “хеҙмәткәрҙәре” шылтырата башлай. Улар “өсөнсө заттарға кодты әйткәнһең һәм хәҙер мутлашыусылар һинең аҡсаларыңды урларға теләй” тип хәбәр итәләр. Аҡсаларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн мутлашыусылар зыян күреүсене аҡсаны “хәүефһеҙ” иҫәпкә күсерергә күндерә. Ул күрһәтелгән иҫәпкә аҡса күсерә һәм 414 мең һум аҡсаһынан мәхрүм ҡала. Артабан енәйәтселәр Андрей Ф.-ға кредит та рәсмиләштерергә тырыша. Бәхеткә, банктан займ рәсмиләштереүҙән баш тарталар.

Ғәлиә КӘРИМОВА.

Автор:
Читайте нас