Бер ир вакансиялар сайтында эш тураһында белдереүҙәрҙе ҡараған. Үҙенә кәрәген тапҡас, уға яуап бирә. Бер аҙҙан уға билдәһеҙ номерҙан шылтыраталар. Алдаҡсы, үҙен компанияның “менеджеры” тип таныштырып, уға инвестицияларҙа аҡса эшләргә тәҡдим итә. Ир быға ризалаша. Ялған менеджер һүҙҙәренсә, аҡсаларҙы акцияларға, криптовалютаға һалырға кәрәк булған. Аферистың ир менән аралашыуы мессенджерҙа, һуңынан видеоэлемтә буйынса дауам иткән. “Менеджер” экранды асып, банктың онлайн ҡушымтаһына инергә тәҡдим итә. Зыян күреүсе кодты яҙып, ҡушымтаға инә. Енәйәтсе ирҙең кредит картаһында аҡса барлығын күрә һәм инвестицияларға 5 мең һум индерергә тәҡдим итә. Бының өсөн кредит картаһынан ир иҫәбенә аҡса күсерергә кәрәк була, һәм ул шулай эшләй ҙә.
Һуңынан ялған менеджер ҡушыуы буйынса ул мутлашыусылар иҫәбенә 4469 һум күсергәс кенә мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләккәнен аңлай һәм аралашыуҙан туҡтап, ҡалған аҡсаларын һаҡлап ҡала.
Ғәлиә КӘРИМОВА.