Бөгөн Кушнаренко районында ҡот осҡос авария теркәлгән. Р-240 трассаһының 44-се саҡрымында сөгөлдөр тейәлгән "КамАЗ"дың 40 йәшлек водителе руль менән идара итеү һәләтен юғалта һәм транспортты юлда ауҙыра.
Юл-транспорт фажиғәһен күргән "Вольво" битум ташыусының водителе ҡапыл тормозға баҫа һәм һөҙөмтәлә уның артына "Хендай Солярис" килеп бәрелә. "МАН" йөк автомобиленең 57 йәшлек водителе шулай уҡ аварияны күргәс, һулдағы һыҙатҡа барып туҡтай һәм уның артына шәп тиҙлектә "Тойота Ленд Крузер" бәрелә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә һуңғы автомобилдең 55 йәшлек водителе урында уҡ һәләк була. Шулай еңел машиналарҙа ултырған ике ҡатын дауаханаға оҙатыла. Әлегә ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Дәүләт автоинспекцияһы.