Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
11 Декабрь 2024, 20:55

Инвалид ирҙе ҡотҡарып өлгөрмәгәндәр

Ул үҙаллы йөрөй алмаған...

Инвалид ирҙе ҡотҡарып өлгөрмәгәндәр
Инвалид ирҙе ҡотҡарып өлгөрмәгәндәр

Өфө ҡалаһының Киров районына ҡараған Чесноковка ауылында бер ҡатлы йорттағы әйберҙәр янып киткән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре янғын һүндергәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған ирҙе тапҡан.

Мәғлүмәт буйынса, ир инвалид булған һәм үҙаллы йөрөй алмаған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе асыҡлауынса, йорт электр уты менән йылытылған, бынан тыш, селтәргә электр йылытҡысы ла тоташтырылған. Ут ҡыҫҡа замыкание арҡаһында сыҡҡандыр, тигән фараз бар.

Өфө ҡалаһының муниципаль янғын һүндереүселәре утты һүндергән.

Ҡыш янғын сығыу хәүефе ике тапҡырға арта. Шуға ла балаларҙы, өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы яңғыҙ, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Фото сығанағы: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.  

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: