Аферистарҙың «ҡапҡанына» эләккәндәр
Районда инвестиция платформаларынан өҫтәмә хеҙмәт хаҡы алыу һылтауы менән мутлашыусылыҡ осраҡтары йышайҙы, шулай уҡ алдауҙың яңы схемалары барлыҡҡа килде. Был турала РФ Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт подполковнигы Динар Сәйфуллин һөйләне.
Аҡсаларын “инвестициялағандар”
Һарт-Науруз ауылынан бер ҡатын социаль селтәрҙә аҡса индермәйенсә аҡса эшләргә тәҡдим иткән рекламаны күреп ҡала. Ул һылтанма буйынса кереп, анкета тултыра һәм үҙенең телефон номерын ҡалдыра. Уға “менеджер” шылтыратып, инвестициялау юлы менән аҡса эшләргә тәҡдим итә.
Мутлашыусы, зыян күреүсенең ышанысына инеп, уны 1 245 500 һум аҡса һалырға күндерә. Ҡатын инвестицияларҙа аҡса эшләргә теләп, кредит ала.
Подлуб ауылында йәшәүсе ҡатын телевизорҙан инвестицияларҙа аҡса эшләү тураһында рекламаны күрә һәм күрһәтелгән номер буйынса шылтырата. Ҡатын брокерлык компанияһының “менеджеры” биржа сайтында теркәлеү өсөн ебәрелгән һылтанма буйынса 2 800 һум күсерә. Мутлашыусыға һалынған аҡсаларҙың проценты артыуына ышанып, зыян күреүсе тағы 8 000 һум аҡсаһын күсерә. Бер нисә көндән уның брокерлык иҫәбенә 1 802 һум күләмендә проценттар килә. Инвестиция компанияһының “менеджеры” тағы ла күберәк аҡса эшләп буласаҡ, тип ышандыра.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң зыян күреүсегә ялған менеджер шылтырата һәм аҡсаны күсерер өсөн банк картаһының номерын күрһәтеүҙе һорай. Уның кредит тарихы насар икәнен асыҡлағас, өсөнсө зат аша аҡса алырға тәҡдим итә. Ҡатын табышты иренең банк картаһына күсерергә ҡарар итә. Видео-шылтыратыу буйынса элемтәгә инеп, мутлашыусы уға нимә эшләргә кәрәклеген әйтеп тора. Ҡатын, үҙе лә аңламайынса, мутлашыусыларға тормош иптәшенең банк картаһынан 725 000 һум аҡса күсерә.
Аферистар торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә
Ефремкин ауылынан Алина С.-ҡа (исеме үҙгәртелде) таныш булмаған номерҙан шылтыраталар. Мутлашыусы үҙен инспектор тип таныштырып, электр щитында пломба булыу-булмауын тикшереү өсөн ҡасан килһәм була, тип белешә. Осрашырға һөйләшеп, аферист унан тикшереү системаһын сиратҡа ҡуйыуы тураһындағы кодлы смс килмәнеме, тип һорай. Алина С. телефонына килгән смс-кодты әйтеп бирә.
Һуңыраҡ Алина С.-ҡа 900 номерынан таныш булмаған кеше шылтыратып, үҙен “менеджер” тип таныштыра һәм мутлашыусылар уның “Дәүләт хеҙмәттәре”н ватҡан хәҙер һиңә «Үҙәк Банк»тан шылтыратасаҡтар, тип киҫәтә.
Һуңғараҡ зыян күреүсе менән «Үҙәк Банк» хеҙмәткәре элемтәгә инә. Ул ҡорбанын бик оҫта алдап, алдан уйланған схема буйынса эш итә: яңы кредит алырға һәм уны “хәүефһеҙ” иҫәпкә һалырға ҡуша.
Зыян күреүсе мутлашыусының һиҙгер етәкселеге аҫтында бер нисә кредит рәсмиләштереп, кредит картаһынан аҡса ала һәм 475 000 һум аҡсаны күрһәтелгән иҫәпкә күсерә.
Миләүшә ШАМИЛЕВА.