Бөгөн ысын мөғжизәгә тиң яңылыҡ билдәле булды. Охотское диңгеҙендә Камчаткала, Усть-Хайрюзово ауылы янында август башында юғалған кәмә табылған. Унда бер иҫән ҡалған ир һәм уның туғандарының – аталы-уллының кәүҙәләре ятҡан.
Билдәле булыуынса, 9 августа ике ир һәм үҫмер малай Сахалин өлкәһенең Охин районына киттар ҡарар өсөн киткән. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс уларҙың “Байкат 470” кәмәһе менән бәйләнеш юғалған һәм балыҡсыларҙың ҡайҙалығын ошоғаса бер кем дә белмәгән.
Асыҡланыуынса, ирҙәр – бер туғандар, ә малай - уларҙың береһенең улы. Иҫән ҡалған ир әйтеүенсә, кәмәнең моторы боҙола һәм уны йүнәтә алмайҙар. Иҫән ҡалған 46 йәшлек Михаил Пичугинды ас үлемдән артыҡ тән ауырлығы һәм аҙыҡ запасы һаҡлап ҡала. Ул юлға сыҡҡан саҡта 100 килограмм ауырлыҡта булған, ә тапҡан саҡта 50 килограмға ҡалған. Хәлһеҙләнгән ирҙең хәлен тотороҡландырғандар, ул дауаханала.
Михаил Улан-Удэла йәшәгән һәм Сахалинда вахта менән эшләгән. Йәйге каникул ваҡытында ул үҙенә ағаһы менән уның 15 йәшлек улын ҡунаҡҡа саҡырған һәм Шантар утрауын күрһәтергә булған. Сәйәхәткә улар алдан ныҡлы әҙерләнгән, кәмә, күп итеп һыу һәм аҙыҡ, йоҡлау тоҡтары һатып алған. Ирҙәр балыҡ тоторға һәм малайға киттар күрһәтергә теләгән.
Ирҙәр утрауға уңышлы барып етә, штурвалда Михаил үҙе тора. Кире ҡайтҡанда көслө штормға эләгәләр һәм йүнәлеште юғалталар.
Ғаиләләре ошо ваҡытҡа тиклем эҙләүҙе туҡтатмаған. Ярҙам һорап хатта экстрасенстарға мөрәжәғәт иткәндәр. Кәмә батыуына улар ышанмаған, ирҙәр тәжрибәле балыҡсы һәм һунарсы булған, ҡырағай мөхиттә нисек иҫән ҡалырға белгәндәр. Илья исемле малайҙың әсәһе һуңғы мәлгә тиклем балаһын эҙләүҙе һораған, уның иҫәнлегенә ышанған...
Балыҡсыларҙы “Фәрештә” тип аталған балыҡсылар траулеры тапҡан. Улар яңылыш ҡына диңгеҙҙә аҙашып йөрөгән кәмә өҫтөнә килеп сыға.
Быға тиклем уларҙы өс төбәк ҡотҡарыусылары эҙләгән була. Ҡыҙғаныс, уларҙың бөтәһе лә иҫән түгел, шулай ҙа Михаилдың 67 көн диңгеҙҙә булып, иҫән ҡалыуы - ҙур мөғжизә.
Фото: Телеграм.