Өфө ҡалаһының Совет районындағы Рихард Зорге урамында пассажир автобусы яҡынса иҫәп буйынса 13 машинаны бәрҙергән. “НефАЗ” автобусы водителе сәләмәтлеген медицина хеҙмәткәрҙәре тикшерә, тип хәбәр итә”Башинформ”.
Автобуста пассажирҙар булмаған. “Машинаның техник төҙөкһөҙлөгө арҡаһында юл-транспорт ваҡиғаһы килеп тыуған“, тип иҫәпләй шаһиттар. “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Нәдир Сәмиев әйтеүенсә, автоматик күсергестәр тартмаһының штаттан тыш режимда эшләүе, бөтә автоматиканың һәм электрониканың эшләүҙән туҡтауы юл-транспорт ваҡиғаһына килтергән. Водитель тормозға баҫып ҡараһа ла, файҙа булмаған. Бәхеткә ҡаршы, парковкаланған машиналарҙа кеше булмаған, бәләгә тарыусы юҡ. Автобустың страховкаланған булыуы билдәле.
Фото:Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы.