Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
26 Сентябрь , 11:07

Курьер тотола

Район прокуратураһы телефон мутлашыусыларының курьерын ҡулға алыныуын һәм суд алдында тәфтишсенең өйҙәге арест буйынса үтенесен хуплай.

2024 йылдың авгусында 64 йәшлек Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡатын алданған зыян күреүсенән аҡса алыу өсөн курьер булырға һәм банкомат аша телефон мутлашыусыларына аҡса күсерергә ризалаша.
Телефон менән мутлашыусылар “Газпром” акцияһын файҙалы инвестициялауҙы вәғәҙә итеп, алдаҡ юл менән 71 йәшлек районыбыҙ кешеһенән курьерға аҡса бирергә мәжбүр итәләр. Зыян күреүсе өс тап­ҡыр барлығы 285 мең һум аҡса курьерға бирә.
Курьер ролендәге ҡатын элек үҙе лә мутлашыусыларҙан зыян күргән була. Уға аҡсаның бер өлөшөн мутлашыусылар өсөн алынған кредитты ҡаплатыу өсөн үҙендә ҡалдырырға вәғәҙә итәләр.
Тикшереү органдары тарафынан курьер ҡулға алына һәм енәйәт эшен тикшереү ваҡытында тыйыуҙар һалына.
Айҙар Исламов,
район прокуроры.

Автор:
Читайте нас: