Баймаҡ ҡалаһында күңелһеҙ хәл теркәлгән. Әсәһенә ярҙамлашып йөрөгән йәш ярымлыҡ ҡыҙыҡай яңылыштан ҡулын электр ит үткәргесенә тығып ебәргән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптарҙың һәм ҡотҡарыусыларҙың тырышлығына ҡарамаҫтан, баланың бармаҡтарының барыһын да ҡотҡарып ҡала алмағандар, сөнки йәрәхәт етди булған.
Был хәл бөтә ата-әсәләргә мөһим иҫкәртеү булһын: бала хәүефһеҙлеге беренсе урында торорға тейеш! Хәүефһеҙлек саралары күрелмәһә, бәләкәй балаларҙың ҡыҙыҡһыныусанлығы, тирә-яҡ донъяны өйрәнеү теләге аяныслы эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Ваҡиғаның сәбәптәрен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе асыҡлай.
Фото һәм сығанаҡ: БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.