Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
19 Сентябрь , 15:30

Курьер аша алданған

Мутлашыу - бөгөнгө көндә иң таралған милек енәйәттәренең береһе. Мутлашыусылар яңынан-яңы ысулдар таба. Кеҫә телефонына «Яҡынығыҙ аварияға осраны, тиҙ арала аҡса кәрәк» тип шылтыратыу йәки пенсионерҙарға «собец»тан килеп иҫке аҡса купюраларын яңыға алмаштырыу осраҡтары - бындай енәйәт схемалары инде һәр кемгә билдәле. Әммә еңел табыш эҙләүселәр бер урында тапанмай, алдашыуҙың яңы ысулдарын эҙләп таба. Мәкерле уйҙарын тормошҡа ашырыу өсөн улар заман технологиялары - Интернет, социаль селтәрҙәрҙе лә ҡуллана.

Беҙҙең районда мутлашыусыларға бәйле тағы бер осраҡ теркәлгән. Был юлы Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе ҡатын 300 мең һумға яҡын аҡсаһын юғалтҡан. Август аҙағында, компьютерҙа "паззлы" уйынын уйнап, 71 йәшлек ҡатын экранда Газпром акцияһының инвестициялары һәм һатып алыуҙары тураһында иғлан итеүгә иғтибар итә, һылтанма буйынса унда инә, үҙенең телефон номерын күрһәтә һәм шылтыратыуҙы көтә.
Мәскәү биржаһының ялған хеҙмәткәре еңел эш хаҡы тәҡдим итә, бының өсөн зыян күреүсе Хабенский фондына 15 мең һум аҡса күсерә. Артабан тиҙ аҡса эшләү вәғәҙәләре менән тағы ла төрлө тәҡдимдәр яуа башлай. Ҡатын микрозаймдар, картанан ҡулаҡса ала һәм аҡсаны Өфөләге курьерға тапшыра. Дөйөм алғанда ул 296 мең һум аҡсаһынан мәхрүм була.
Курьер ҡатынды ҡулға алалар. Ул 1960 йылда Өфөлә тыуған. Әйткәндәй, был 2,5 миллион һумдан ашыу суммаға мутлашыусыларҙан зыян күргән ҡатын булып сыҡҡан. Ярҙамы өсөн уға бөтә бурыстарын түләргә вәғәҙә итәләр.
Һуңғы йылдарҙа кеше хаҡына байырға теләгән мутлашыусылар бигерәк күбәйеп китте. Уяу булайыҡ, хәләл аҡсабыҙҙың бәрәкәтен күрәйек, яҡындарыбыҙҙы, ололарҙы мутлашыу ауынан аралайыҡ.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: