Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
23 Июль , 16:57

"Өйҙәренән әсәһенең ҡысҡырып илауы ишетелә..."

Ҡыҙының өйҙә юҡлығын күргән әсә уға шылтырата, тик бер кем дә яуап бирмәй. Борсоуға ҡалған ҡатын балаһын эҙләргә йүгерә, тик юлда ауыл хакимиәте башлығын осрата. Ул уға ҡурҡыныс хәбәрҙе әйтә лә.

"Өйҙәренән әсәһенең ҡысҡырып илауы ишетелә..."
"Өйҙәренән әсәһенең ҡысҡырып илауы ишетелә..."

Ял көндәрендә Миәкә районында фажиғәле хәл булды: Дим йылғаһында туғыҙ йәшлек ҡыҙыҡай батып үлде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водолаздар әле һаман уның кәүҙәһен тапмаған. “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, әхирәттәр Рената менән Арина (исемдәре үҙгәртеп алынған) һыу инергә ата-әсәһенән һорамай киткән.

Бер мәл Рената бата башлай. Әхирәте уны ҡотҡарырға ташлана, тик саҡ үҙе батмай ҡала. Ваҡытында килеп еткән өлкәндәр уны ҡотҡарып өлгөрә. Ә икенсе баланы таба алмайҙар: уны ағым алып китә. Кешеләр баланы эҙләп ҡарай, тик таба алмағас, ҡотҡарыусыларҙы саҡырта.

– Унда минең дуҫтарым булған. Улар килгән саҡта ҡыҙҙар һыу инеп йөрөгән, ә ҡайтырға йыйынғанда бата башлағандарын күрәләр һәм ярҙамға ташланалар. Тик береһен сығарғансы, икенсеһе һыу аҫтына китә, – тип һөйләгән Илсеғол ауылы кешеһе.

Икенсе шаһиттар әйтеүенсә, ҡыҙҙар йылға аша йөҙөп сығырға тырышҡан, тик уртаһына еткәс, ағымға ҡаршы тора алмай бата башлайҙар.

– Унда ағым көслө, күрәһең, ҡыҙҙар был турала белмәгәндер. Береһен ҡотҡара алдылар, сөнки һыуҙа уның сәсе күренгән, ә икенсеһен ағым алып киткән. Батҡаны бик йәл, һәйбәт ҡыҙ ине, – тип һөйләгән улар.

Кешеләр һәр ваҡыттағыса был фажиғәлә ҡыҙҙарҙың ата-әсәһен ғәйепләй. Тик таныштары әйтеүенсә, улар һыу инергә рөхсәт һорамай киткән.

Әле билдәле булыуынса, иҫән ҡалған бала етди психологик травма алған. Әсәһе Аринаның хәле өсөн бик борсола. Ә иң ауыры, әлбиттә, балаһын юғалтҡан әсәгә.

– Ренатаның әсәһе ныҡ итеп иланы, уға тынысландырыусы дарыуҙар бирҙеләр, – тип һөйләгән ҡыҙҙың әхирәте.

Һуңғараҡ асыҡланауынса, ҡыҙының өйҙә юҡлығын күреп ҡалған әсә уға шылтырата, тик бер кем дә яуап бирмәй. Борсоуға ҡалған ҡатын ҡыҙын дуҫтарынан эҙләргә тип йүгерә, тик юлда ауыл хакимиәте башлығын осрата. Ул уға ҡурҡыныс хәбәрҙе әйтә лә.

– Мин Ренатаның ауылынан, ул минең әхирәтем ине. Уларҙың өйөнән бик ҡурҡыныс ҡысҡырыу, илау тауыштары ишетелә, бик ауыр, – тигән тағы бер ҡыҙ.

Дуҫтары әйтеүенсә, Рената изге күңелле, алсаҡ ҡыҙ булған. Бейергә яратҡан, социаль селтәрҙәрҙә үҙенең каналы булған хатта. Ул быйыл икенсе класты тамамлаған.

Ренатаның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ата-әсәләр, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Улар менән һыу инеүҙең ни тиклем хәүефле булыуы тураһында даими һөйләшегеҙ.

Фото: КП-Өфө. 

Автор:
Читайте нас: