Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
23 Июль , 09:25

Бала тәҙрәнән осоп төшкән...

Ҡот осҡос хәл Өфөлә булған     

Бала тәҙрәнән осоп төшкән...
Бала тәҙрәнән осоп төшкән...

Ҡот осҡос хәл Өфө ҡалаһының Дауытов урамында теркәлгән. Юлдың уртаһында 6-сы ҡаттан ҡолап төшкән ҡыҙыҡай ятҡан, эргәһендә тәҙрәнең москит селтәре ятҡан. Күрәһең, бала москит селтәренә таянған һәм уның ауырлығын күтәрмәй, тәҙрәнән түбәнгә осҡан.

Урамдан үтеп барыусылар бәләгә тарыған ҡыҙға ярҙам күрһәтергә ашыҡҡан: кемдер "Ашығыс ярҙам" саҡырған, икенселәре сабыйҙы бар яҡлап ҡурсалаған. Бәхеткә күрә, ҡыҙсыҡ иҫән, тик ныҡ йәрәхәтләнгән. Әле ул дауаханала, табиптар күҙәтеүе аҫтында. Ваҡиға урынына шунда уҡ Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары килеп еткән. Мәғлүмәттәр буйынса, был мәлдә сабыйҙың әсәһе һәм тағы ла ике йәш сабый өйҙә булған. Ваҡиға буйынса тикшереү эштәре башланған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәй миҙгелендә бындай аяныслы хәлдәр йышая. Шуға ла ата-әсәләр уяу булһын ине. Ҡотҡарыусылар ҙа ҡат-ҡат иҫкәртеүҙән туҡтамай, себен-серәкәйгә ҡаршы москит сеткаһы баланың ауырлығына сыҙамай, уға ышанып тәҙрәләрҙе асып ҡуйыу хәүефле. Балалы йортта тәҙрәләрҙә йоҙаҡлы тотҡостар, һаҡлаусы махсус тростар булырға тейешлеген иҫтән сығармаһаҡ ине. Сабыйҙарыбыҙҙың хәүефһеҙлеге беҙҙең ҡулда.

Фото: "Башинформ"

 

Автор:Карима Усманова
 
 
 
 
 
Бала тәҙрәнән осоп төшкән...
Бала тәҙрәнән осоп төшкән...
Автор:
Читайте нас: