Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
9 Июль , 10:12

Олатаһы ейәнен тапатҡан

Йән өшөткөс хәл өй алдында ғына булған...   

Олатаһы ейәнен тапатҡан
Олатаһы ейәнен тапатҡан

Был йән өшөткөс хәл ошо көндәрҙә Туймазы районының Райман ауылында булған.

Өс йәшлек бала урамда уйнап йөрөгән. Был ваҡытта уның 69 йәшлек олатаһы "Рено Дастер" автомобилендә артҡа сигенгән саҡта баланы күрмәгән һәм өйгә ҡуша ҡыҫҡан. 

Малайҙы ашығыс ярҙам менән дауаханаға алып китәләр. Уның үпкәһе зыян күргән, янбашы һынған һәм мейеһенә ҡан һауған. Баланы реанимацияға һалалар һәм үпкәһен яһалма елләтеү аппаратына тоташтыралар. Әммә бөгөн ауыр яңылыҡ билдәле булды: сабый аңына килмәйенсә вафат булған. 

Әле был хәлде тикшереү өсөн материалдар Тәфтиш комитетына ебәрелгән. 

Фото: Телеграм. 

Автор:Альфия Мингалиева.
Автор:
Читайте нас: