Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
9 Июль , 11:05

Ирҙәр батып үлгән...

Хәбәр итеүҙәренсә...

Ирҙәр батып үлгән...
Ирҙәр батып үлгән...

Эҫе көндәр дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуға батыу осраҡтары ла кәмемәй. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте кисәге осраҡтар буйынса мәғлүмәт бирҙе.

Мәләүез районы Иштуған ауылы янында урындағы кешеләр һыу баҫҡан карьерҙан 66 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарған. Һыу инеү урыны йыһазландырылмаған, “Һыу инеү тыйылған” тигән билдәләр ҡуйылған.

Тағы ла бер ваҡиға Өфөлә булған. Өфөләге Граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары Мәсетле урамындағы һыу ятҡылығынан бер ирҙең кәүҙәһен сығарған һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. Әлегә уның шәхесе асыҡланмаған. Һыу инеү урыны йыһазландырылмаған.

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Оператив-тикшереү эштәре алып барыла.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы үлемесле хатанан иҫкәртә:

Йыһазландырылмаған урында һыу инмә;

Билдәләргә иғтибар ит;

Спиртлы эсемлектәр менән артыҡ мауыҡма.

Фото: МЧС. 

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: