Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
23 Июнь , 19:58

23 йәшлек егет һәләк булған

Ике пассажир ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.

23 йәшлек егет һәләк булған
23 йәшлек егет һәләк булған

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы баш ҡала урамдарының береһендә теркәлгән. 22 июндән 23-нә ҡарай төндә Өфөлә «Лада Гранта» һәм "КамАЗ" бәрелешкән.

Аварияла «Лада Гранта»ның 23 йәшлек водителе  ваҡиға урынында һәләк булған. Баш ҡаланың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, «Лада Гранта» водителе СССР-ҙың 50 йыллығы урамы буйлап Комсомол урамы яғына хәрәкәт иткән һәм туҡтап торған «КамАЗ» йөк транспорты менән бәрелешкән. 

Шулай уҡ кисә төнгө сәғәт 11-ҙәр тирәһендә «Рено Флюенс»тың 38 йәшлек водителе, Сельская Богородская урамы буйлап хәрәкәт иткәндә, рөхсәт ителмәгән урындан юл аша сығып барған йәйәүлене тапатҡан.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 35-40 йәштәрҙәге ир алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында йән биргән. Уның шәхесе асыҡлана. Юл-транспорт ваҡиғалары осраҡтары буйынса тикшереүҙәр уҙғарыла, бөтә сәбәптәр асыҡлана, тип хәбәр иттеләр ҡала дәүләт автоинспекцияһынан.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ!

Фото: асыҡ сығана

Автор:
Читайте нас: