Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
16 Июнь , 21:03

20 секундтан, теләһәң дә, ҡысҡыра алмайһың...

Беренсе секундта уҡ ярҙам һорап ҡысҡырыуҙан тартынмағыҙ. Клиник үлем кисергән кешеләрҙең һөйләгәндәренән.

20 секундтан, теләһәң дә, ҡысҡыра алмайһың...
20 секундтан, теләһәң дә, ҡысҡыра алмайһың...

“Ғәҙәти көн ине. Хатта бик яҡшы тиһәң дә була. Тәбиғәт ҡосағына сығып ҡояшта ҡыҙынып, һыу инеп ял итергә ваҡыт та табылды. Юлды ҡыйған ҡара бесәй йәки тәҙрәгә бәрелгән ҡоштар кеүек бер ниндәй ҙә билдәләр юҡ. Аңлашылмаған һағыш, һәм көтмәгәндә яҡындарыңа шылтыратырға теләү, ғәфү үтенергә һәм башҡа борсоулы яман уйҙар юҡ. Сөнки был фильмдарҙа ғына була.

Күңелле, шатланып йөҙөп йөрөйһөң. Һыуҙың бер аҙ һалҡыныраҡ, ағымы көслө икәнен, ҡулыңдың хәлһеҙләнеүе йәки аяҡтарыңдың тартышыуын шунда уҡ аңғармайһың. Йөҙөп йөрөмәүеңде, ә бер урында тулауыңды аңлап ҡалаһың. Ярҙам һорап ҡысҡырыуы уңайһыҙ һәм оят, сөнки һин үҙең һәйбәт йөҙә беләһең. Ә егерме секундтан ҡысҡырырға теләһәң дә ҡысҡыра алмайһың. Тамағың ҡороша. Һыу ҡуйы, кеҫәл кеүек. Һәм, әлбиттә, бөтөнләй тотмай. Йөрәк нисек етте шулай тибә. Күҙҙәр әсетә, ҡолаҡта гөрһөлдәү. Ҡурҡыу тойғоһо.

Өҫкә ынтылырға тырышаһың. Юҡ, килеп сыҡмай. Танауыңды, ауыҙыңды юғарыраҡҡа сөйөргә маташаһың. Юююҡ. Эсендәге һауаны сығарма, ауыҙыңды асмаӨҫтә шундай яҡтыАна, ярға ынтыл. Барыһы ла асыҡ күренмәй. Ялтырай. Күҙҙе сағылдыраНиндәйҙер йәшеллек. Унда кемдер бар. Улар күрмәй. Һауа урынына һыу йотолдо, күкрәк яна. Үпкә ауырая. Ҡараңғылыҡ...” – был һыуға батып клиник үлем кисергән кешеләрҙең һөйләгәндәренән алынды.

Өс нәмәне иҫеңдә тот:

1) алкоголь һәм һыу инеү - насар союздаштар;

2) бәхетһеҙлек көтмәгәндә килә

3) беренсе секундта уҡ ярҙам һорап ҡысҡырыуҙан тартынмағыҙӘгәр берәй нәмә була ҡалһа, иғтибарҙы мөмкин булғанса йәлеп итегеҙ.

Мәғлүмәт: vk.com/mchsrb

Фото: Нәсих Хәлисов 

Автор:
Читайте нас: