Йәйге каникул алдынан Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре “Иғтибар, балалар!” профилактик акцияһын ойоштора.
Балаларҙың юлда иғтибарлы булыуын, юлдарҙа фажиғәләргә юл ҡуймау һәм тәртиптең төп ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү маҡсатында үткәрелгән был иҫкәртеү сараһы 20 майҙан 7 июнгә тиклем дауам итә.
Ағымдағы йылдың дүрт айында республика биләмәһендә бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 86 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 5 бала һәләк булған һәм 89-ы төрлө тән йәрәхәттәре алған. Шуға ла әлеге махсус сара барышында инспекторҙар балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү буйынса эште көсәйтәсәк.
Мәктәп каникулдары алдынан беҙ водителдәр һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы балалар менән иҫкәртеү эшенә айырыуса баҫым яһайбыҙ. Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре йәш юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса аңлатыу һәм пропрофилактикалау эштәрен генә алып бармай, шулай уҡ бәлиғ булмағандарҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуын туҡтата. Сараларҙы уҙғарған осорҙа юл патруль хеҙмәткәрҙәре белем биреү ойошмалары янында, күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыу һәм ял итеү урындарына яҡын торасаҡ.
Йәй – күңелле ял итеү осоро, һәр кемдең көтөп алған миҙгеле икәнен беләбеҙ. Шулай ҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында онотоп ебәрергә ярамай. Балалар был миҙгелде йылға буйында, тәбиғәттә үткәрергә ярата. Шуға күрә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөгөҙ. Рөхсәт ителмәгән урында һыу инеүҙе тыйығыҙ. Таныш булмаған кешеләр менән үҙҙәрен дөрөҫ тоторға өйрәтегеҙ. Балағыҙҙың кәйефенә, ҡылығына, аралашҡан дуҫтарының кем булыуына, ниндәй интернет уйындары уйнауына етди әһәмиәт бирегеҙ. Уның һаулығы һәм ғүмерен һаҡлау өсөн бөтә сараларҙы ла күрегеҙ: шырпы күренгән урында ятмаһын, тәҙрәне асыҡ ҡалдырмағыҙ, электр приборҙарының төҙөклөгөн тәьмин итегеҙ.
Ата-әсәләргә иһә балаларға юл ҡағиҙәләрен аңлатыу буйынса эш алып барырға кәңәш ителә. Юлда баланың именлеге тәү сиратта өлкәндәргә бәйле. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, хәтерегеҙҙә тотоп йөрөгөҙ.
Наталья ДУДАРЕВА,
ЮХХДИ-ның пропаганда буйынса инспекторы,
полиция капитаны.