Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
15 Май , 14:27

Тәтешлелә бер ғаилә һәләк булды

Янғын сәбәбе асыҡлана.

Тәтешлелә бер ғаилә һәләк булды
Тәтешлелә бер ғаилә һәләк булды

15 май таңғы сәғәт дүрттәрҙә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ирекмән янғын һүндереүселәр Яңы Ҡайпан ауылындағы янғынды һүндереүгә юллана. Ҡотҡарыусылар барғанда йортто ут ялмап алған була.


Утты һүндергән саҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы 1938 йылғы ирҙең һәм 1939 йылғы ҡатындың кәүҙәһе табыла.
Янғын сәбәбе асыҡлана. Ведомствонан белдереүҙәренсә, ут веранданан башланған һәм өйҙән сығыу юлын ҡаплаған.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! Балаларҙы һәм ололарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Күгәрсен районының Гавриловка ауылында ла янғын теркәлгән. Утта 1955 йылғы инвалид ир һәләк булған.

 


Фото: https://t.me/mchsrb01/7766

Автор:Рәмилә Мусина.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: