Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
18 Апрель , 16:16

Үҙе үлгән, эте ҡалған...

Ярай әле өс малайҙы ҡотҡарҙылар...    

Үҙе үлгән, эте ҡалған...
Үҙе үлгән, эте ҡалған...

Бөгөн иртә менән Белорет ҡалаһында фажиғәле хәл теркәлгән.

Ҡатын кеше эте менән йөрөргә тип ҡала быуаһына килгән. Ни эшләптер улар яҙғы боҙға төшә... Күп тә үтмәй, шаһиттар ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратып, кешенең боҙ аҫтына китеүе тураһында хәбәр итә.

Урынға килеп еткән ҡотҡарыусылар һыуҙа ҡалған этте күреп ҡалып, һөйрәп сығара. Үҙҙәре кешене эҙләүен дауам итә. Ваҡиға фажиғәле тамамлана: улар һыу төбөнән 1977 йылғы ҡатындың кәүҙәһен табып сығара.

Шуныһын билдәләргә кәрәк, күптән түгел генә ошо уҡ быуала өс малай саҡ боҙ аҫтына китмәгәйне. Ул саҡта яндарынан үтеп барған ҡыҙ менән егет фажиғәгә юл ҡуймай ҡалғайны. Ни эшләп яҙғы быуа кешеләрҙе үҙенә тарта икән? 

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: