Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
8 Апрель , 14:32

Ырымбур көслө ташҡынға ҡаршы көрәшә

Уралда һыу кимәле киҫкен кимәлгә етеүе ихтимал    

Ырымбур көслө ташҡынға ҡаршы көрәшә
Ырымбур көслө ташҡынға ҡаршы көрәшә

Урал йылғаһында дамба асылыуы сәбәпле, Ырымбур өлкәһендә ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуҙы - Орск ҡалаһын һыу баҫты. Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер белдереүенсә, 2024 йылғы ташҡын төбәк тарихында иң күп һыулы ташҡын булып тора.

Владимир Путин Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренковҡа һыу баҫыу зонаһында бөтә кәрәкле эштәрҙе ойоштороу өсөн ашығыс рәүештә Ырымбур өлкәһенә осорға ҡушты.

Орск ҡалаһында 1121 кеше, шул иҫәптән 331 бала эвакуацияланған. Ырымбурҙа ҡаланың һыу баҫҡан райондарынан мотлаҡ эвакуация иғлан ителә, баш тартҡандарҙы полиция ҡатнашлығында мәжбүри эвакуациялайҙар. Ырымбур мэры хәбәр итеүенсә, Уралда һыу кимәле иҫкен кимәлгә етеүе ихтимал.

Дамбала һыу йырылыу осрағы буйынса хәүефһеҙлекте һәм вайымһыҙлыҡты боҙоу статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итте Тәфтиш комитетының төбәк башлығы.

Ырымбур Өлкәһе губернаторы, Орскиҙағы дамба башҡа күләмгә иҫәпләнгән, тип белдерә, был ташҡынды айырым осраҡ, тип атай.

Прокуратура хәбәр итеүенсә, Гостехнадзор элек Орскиҙа дамбаны ҡарауҙа ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлаған, уның асылыуы гидротехник ҡоролманы тотоу буйынса ваҡытында күрелмәгән саралар арҡаһында килеп сыҡҡан.

Фото: скриншот.

 
Автор:Рәмилә Мусина
 
 
 
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2024-04-08/yrymbur-k-sl-tash-yn-a-arshy-k-r-sh-3718868
 
Ырымбур көслө ташҡынға ҡаршы көрәшә
Ырымбур көслө ташҡынға ҡаршы көрәшә
Автор:
Читайте нас: