Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
27 Март , 21:26

Бер ир һәләк булған, икенсеһе ауыр хәлдә...

Аңһыҙ үлемгә илткән осраҡтарҙың күбеһендә кеше үҙе ғәйепле.     

Бер ир һәләк булған, икенсеһе ауыр хәлдә...
Бер ир һәләк булған, икенсеһе ауыр хәлдә...

27 мартта Краснокама районының Иҫке Йәнйегет ауылында йорт янған. Ҡотҡарыусылар утты һүндергән саҡта йорт хужаһының – 1962 йылғы ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе тәмәке тартыу ваҡытында һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ут сығыуын асыҡлаған.

Ошо уҡ көндә Нуриман районының Красная Горка ауылында йорт янған. 1959 йылғы ир утта зыян күргән – ҡулы һәм башы янған, уны  ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатҡандар. Янғындың сәбәбен тәфтишсе асыҡлай.

Янғындар буйынса ваҡиғаларға күҙ һалһаң, көн дә утта кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе тураһында хәбәргә юлығаһың. Ә бит һәр осраҡ артында юғалтыуҙар, үлем, ҡайғы-хәсрәт, матди зыян тора. Аңһыҙ үлемгә илткән осраҡтарҙың күбеһендә кеше үҙе ғәйепле. Ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәйбеҙ. Янғын бик ҡурҡыныс хәл. Урамда тороп ҡалыу, ғүмер буйы йыйған мөлкәтеңдән ҡолаҡ ҡағыу уйын эш түгел, ул да ҙур юғалтыу. Ә бына кеше ғүмерен ҡайтарыу мөмкин түгел. 
Шуға ла боҙоҡ электр ҡорамалдарын файҙаланмағыҙ, насар хәлдәге мейесте ҡулланмағыҙ, түшәктә тәмәке тартмағыҙ. Өлкән быуын һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе, балаларҙы яңғыҙҙарын өйҙә ҡалдырмағыҙ. Йортоғоҙға янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйығыҙ. Һеҙҙең уяулыҡ, һаҡсыллыҡ именлегегеҙҙең нигеҙе булғанын онотмағыҙ. 

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

 

Автор:Рәмилә Мусина
 
 
Бер ир һәләк булған, икенсеһе ауыр хәлдә...
Бер ир һәләк булған, икенсеһе ауыр хәлдә...
Бер ир һәләк булған, икенсеһе ауыр хәлдә...
Автор:
Читайте нас: