Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
27 Март , 09:15

"Атыш ойошторһаң, 700 мең һум түләйбеҙ..."

Район кешеһенең телефонына ошондай хәбәр килгән...

"Атыш ойошторһаң, 700 мең һум түләйбеҙ..."
"Атыш ойошторһаң, 700 мең һум түләйбеҙ..."

Мәскәүҙәге теракттан һуң һәр төрлө шикле кешеләр әүҙемләште. Ватсап, телеграм-каналдарға күпләп енәйәтсел тәҡдимдәр килә башланы. Айырыуса балаларға һәм үҫмерҙәргә яҙалар.

Мәҫәлән, Ейәнсура кешеһенән тәүҙә ҡайҙа йәшәүен һорашалар. Ул "Ейәнсура, Инәк" тип яуап бирә. Артабан уға тәҡдим була: "Һеҙҙә сауҙа үҙәктәре, театр, кинотеатрҙар бармы? Уларҙа халыҡты атырға кәрәк. 700 мең һум түләйбеҙ. Ҡоралды үҙебеҙ бирәбеҙ. Ырымбурға килә алаһығыҙмы?" Йәки Ҡырмыҫҡалы кешеһенә яҙалар: "Өс миллион һум түләйбеҙ, әгәр гимназияла атыш ойошторһаң..." Туймазыла ошондай уҡ енәйәт өсөн 800 мең һум түләргә вәғәҙәләйҙәр.

Һаҡ булығыҙ! Бындай хәбәрҙәргә яуап бирмәгеҙ, хоҡуҡ һаҡлаусыларға мөрәжәғәт итегеҙ. Онотмағыҙ: терроризм өсөн ғүмерлеккәсә иректән мәхрүм итеү язаһы ҡаралған.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2024-03-27/e-sau-a-kt-re-kinoteatr-ar-barmy-atysh-oyoshtor-a-700-me-um-t-l-ybe-3701573

Автор:
Читайте нас: