Улар шул тиклем күптәр, төрлө-төрлө ысулдарҙы табып ҡына торалар... Бындай енәйәт схемалары тураһында күптәр ишеткән булһа ла, ҡыҙғанысҡа, алданыусылар әленән-әле осрап тора. Ошо көндәрҙә район ауылдарынан бер кеше ошондай мутлашыусылар тоҙағына эләгә. 66 йәшлек ҡатынға таныш булмаған телефон һандарынан шылтыратып, МТС-банкы операторы тип таныштыралар. Мобиль бәйләнештең килешеүе тамамлана, тип иҫкәртәләр телефондан. Уны һуҙыу өсөн телефонға киләсәк кодты әйтеүен һорайҙар. Был код менән ул 300 мең һумға кредитты рәсмиләштерә. Тағы ла бер шылтыратыу йәнәһе лә Уралсиб банкыһы хеҙмәткәренән килә. Һөйләшеү барышында уның иҫәбе мутлашыусылар тарафынан атакаланыуы хаҡында хәбәр ителә. Уны блокировать итеүҙәре, шуның өсөн ҡушҡанды эшләү талап ителә. Алданыу һөҙөмтәһендә ҡатын 650 мең һумға ике кредит рәсмиләштерә һәм күрһәтелгән иҫәпкә бөтә аҡсаларҙы күсерә. Ул кредит килешеүен тауарҙы түләү өсөн кәрәк тип Өфө ҡалаһы офистарында төҙөй.
Әлеге көндә енәйәт эше ҡуҙғатыла. Әммә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һүҙҙәре буйынса, бындай мутлашыусыларҙы табып булмай. Ә кредиттарҙы алданыусы ҡатындың үҙенә түләргә килә инде...
Фәнил Гәрәев.