Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
7 Декабрь 2023, 16:20

Брянсктағы мәктәптә – атыш

Һигеҙенсе класта уҡыған ҡыҙ ҡорал менән класташтарына һөжүм иткән. Асыҡланыуынса, яраланыусылар һәм һәләк булыусылар араһында...

Брянсктағы мәктәптә – атыш
Брянсктағы мәктәптә – атыш

Фажиғә Брянск ҡалаһындағы 5-се гимназияла бөгөн иртән булған.

Асыҡланыуынса, һигеҙенсе класс уҡыусыһы унда атыш ойошторған. Оператив сығанаҡҡа һылтанып, ТАСС хәбәр итеүенсә, зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт аныҡлана.

Бәғзе сығанаҡтар ҡыҙҙың мәктәпкә атаһының 16-сы калибрлы “Бекас-3”һунар ҡоралын алыуын билдәләй. Ул  дәрес башланыу менән класҡа ингән һәм шунда уҡ класташтарына ата башлаған.

Һигеҙенсе класс уҡыусыһы дүрт малайҙы яралаған һәм үҙ-үҙенә ҡул һалған, тағы бер ҡыҙ вафат, тигән мәғлүмәт тә бар.

Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында полиция һәм оператив хеҙмәттәр эшләй, гимназияла уҡыусылар һәм уҡытыусылар эвакуацияланған.

Ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәре асыҡлана. Фажиғәгә килтергән тәүге сәбәптәрҙең береһе тип класташтар менән низағлашыуҙы атайҙар.

Фото: vk.com/mash

Автор:Гүзәлиә Балтабаева

 

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-12-07/bryanskta-y-m-kt-pt-atysh-3555597

 

Брянсктағы мәктәптә – атыш
Брянсктағы мәктәптә – атыш
Автор:
Читайте нас: