Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
7 Декабрь 2023, 14:33

Автомобиль конфискациялана

Ҡырмыҫҡалы район-ара суды районда йәшәүсе иргә суд ҡарары сығара.

Ул РФ Енәйәттәр кодексының 264.1 статьяһының 2-се бүлеге буйынса (иҫерек килеш автомобилгә идара иткән, ошондай уҡ енәйәт өсөн элек тә хөкөм ителгән булған) ғәйепле булып таныла.
Суд билдәләүенсә, 2023 йылдың февралендә төнгө ваҡытта иҫерек килеш автомобилгә идара итеп, өс тапҡыр енәйәт өсөн хөкөм ителгән ир тағы ла иҫерек килеш автомобиль руле артына ултыра.
Ул ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юлда туҡтатыла, һәм ирҙең иҫереклеге асыҡлана.
Суд ғәйепләнеүсене ике йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләп, колония-поселенияла 5 йылға транспорт сараһына идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итә, шулай уҡ автомобилде дәүләт килеменә конфискациялай.

Айҙар ИСЛАМОВ,
район прокуроры.

Автор:
Читайте нас: