Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
4 Декабрь 2023, 20:09

Ағасҡа бәрелгәндәр...

Ирҙәрҙең береһе һәләк булған...    

Ағасҡа бәрелгәндәр...
Ағасҡа бәрелгәндәр...

Ҡыш  тантана итеп тә өлгөрмәне, ҡаргиҙәр менән бәхетһеҙлек осраҡы теркәлеп тә өлгөрҙө. Ошо көндәрҙә Белорет районының Мөхәмәт һәм Абҙаҡ тораҡ пункттары араһында ике ирҙең ҡаргиҙәрҙә түңкәрелеүе тураһында хәбәр күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың береһе ваҡиға урынында уҡ һәләк булған.

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ирҙәр ағасҡа бәрелгән һәм түңгәрелгән. 1980 йылғы ир ул бер аҙ имгәнгән - дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан.

Шуны онотмаһындар ине: ҡаргиҙәр – юғары хәүеф сығанағы. Уны дөрөҫ фай­ҙаланмағанда, идараны тиҙ юғал­таһың. Транспортты файҙаланыу барышында ҡағиҙә­ләрҙе боҙоуға юл ҡуймау, кеше ғүмеренең һәм һаулығының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, ә уның хужалары техниканы файҙаланыуға ҡаргиҙәрҙә йөрөүселәр яуаплы ҡараһын ине.

Фото: “Башинформ”

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: