Бәлиғ булмағандарҙыңтранспорт сараларына идара итеп юл-транспортваҡиғалары артыуы айырыуса хәүеф тыуҙыра.Бәлиғ булмаған велосипедсылар менән 42 (+22процент) юл-хәрәкәте ваҡиғаһы теркәлә, уларҙа 42(+23, 5 процент) бала тән йәрәхәттәре ала.Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү маҡсатында уҡыусыларҙы, шулай уҡ водителдәрҙе иҫкәртеү буйынса саралар үткәрелә. Профилактик сараның маҡсаты – юлдарҙа хәүефһеҙлектетәьмин итеү, юл йөрөү ҡағиҙәләрен үтәүҙе пропагандалау, балаларҙың юл-транспортта йәрәхәттәр алыуын профилактикалау.Водителдәр! Йәш йәйәү йөрөүселәргә иғтибарлыбулығыҙ! Балаларҙың юлдарҙа иң күҙалланмаған ҡатнашыусылар икәнен онотмағыҙ. Бигерәк тә урамдарҙаһәм балалар учреждениелары янында һаҡ булығыҙ.Автомобилдәрҙә өлкәндәр улар өсөн яуаплы икәнен иҫегеҙҙә тотоп, баланың хәүефһеҙлеген тәьминитегеҙ. 12 йәшкә тиклемге балаларҙы махсус ҡоролмаларҙа йөрөтөгөҙ, ә өлкәнерәктәрен – хәүефһеҙлекҡайышы менән эләктерегеҙ. Юл-транспорт ваҡиғаһыбулған осраҡта, махсус ҡоролмаларҙа йөрөтөү һәмхәүефһеҙлек ҡайышын ҡулланыу ауыр һөҙөмтәнекәметә.Ата-әсәләр! Балаларҙың кейемдәренә яҡтыртҡысэлементтар ҡуйығыҙ. Былар тәүлектең ҡараңғы ваҡытында водителдәргә күренеп тора. Һеҙ - балаларығыҙөсөн өлгө, улар һеҙҙән өйрәнә, ҡабатлай, шуға ла юлхәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Баланы өйҙән сығарғанда ла юл ҡағиҙәләрен үтәүҙе иҫенә төшөрөгөҙ.
Наталья ДУДАРЕВА,ЮХХДИ-ның пропаганда буйынса инспекторы,полиция капитаны.