Даирә
+24 °С
Ямғыр
Уяу булайыҡ
26 Октябрь 2023, 04:05

Янғында ир һәм ҡатын һәләк булған

Йылайыр һәм Дәүләкән райондарында фажиғәле хәл теркәлгән.    

Янғында ир һәм ҡатын һәләк булғанЯнғында ир һәм ҡатын һәләк булған
Янғында ир һәм ҡатын һәләк булған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Йылайыр һәм  Дәүләкәнрайондарында янғын сығыуы тураһында хәбәр алынған.

Йылайыр районы Матрай ауылында "ҡыҙыл әтәс" бүрәнә йортҡа ҡунаҡлаған. Утты һүндерергә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекмәндәр йәлеп ителә. Янғында 15 кеше һәм  5 берәмек техника ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергән саҡта 61 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла. Ул йорт хужаһы булған.

Дәүләкән районының Ташлы-Шәрип ауылындағы янғында ете кеше һәм өс берәмек техника йәлеп ителә. Бында ла ваҡиға фажиғәһеҙ үтмәй: 79 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлә. Ут тулыһынса йортто ялмап ала, һүндергән саҡта уның ҡыйығы емерелеп төшә.

Ваҡиға урынында янғын сәбәптәре асыҡлана. Ут менән һаҡ булығыҙ! Көндәр һыуытыу менән күптәр йылытыу приборҙарын файҙалана, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, газ менән дә һаҡ эш итегеҙ!

Фото: "Башинформ". 

Автор:Карима Усманова

 

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2023-10-25/yan-ynda-ir-m-atyn-l-k-bul-an-3492854

 

Янғында ир һәм ҡатын һәләк булған
Янғында ир һәм ҡатын һәләк булған
Автор:
Читайте нас