Даирә
+24 °С
Дождь
Уяу булайыҡ
26 Октября 2023, 09:42

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ!

Түбәндәге ҡағиҙәләрҙе онотмағыҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ!Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ!

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының Ауырғазы район-ара бүлеге хәбәр итеүенсә, Ҡыр­мыҫҡалы районы биләмәһендә йыл башынан алып 140 янғын теркәлгән. Унда өс кеше һәләк булған, 3 кеше йәрәхәттәр алған. Үткән йылдың ошо осоронда 118 янғында дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, ике кеше йәрәхәтләнгән. Был һандар быйылғы йылда янғындың 18,6%-ҡа күберәк, һәләк булыусыларҙың 25%- ҡа аҙыраҡ, йәрәхәтләнеүселәрҙең 50%-ҡа күберәк булыуы тураһында һөйләй.

Ут сығыуҙың төп сәбәптәре булып – 62 осраҡта ут менән һаҡһыҙ эш итеү, биш осраҡта тәмәке тартҡанда һаҡһыҙ ҡыланыу, 39 осраҡта электр ҡорамал­дарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, 21 осраҡта мейес һәм төтөн ҡыуыш­лыҡтарын ҡулланыу ҡағиҙәләренән тайпылыу, 11 осраҡта ут төртөү һәм башҡа ике осраҡ билдәләнә.

Түбәндәге ҡағиҙәләрҙе хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ.

Өйҙө йылытыу өсөн мейес ҡулла­ныусыларға:

  1. Йылытыу миҙгеле башланыр алдынан мейесте тикшерергә һәм ремонтларға кәрәк. Мейес һалы­уҙы һәм ремонтлауҙы тик белгестәр башҡарырға тейеш.
  2. Өс айға бер тапҡыр төтөн ҡы­уышлығын ҡоромдан таҙартыу буй­ынса профилактик эштәр башҡарыу зарур.
  3. Аҡта мейестең барлыҡ ярыҡта­ры һәм төтөн сыҡҡан ерҙәре күренһен өсөн мейесте аҡларға кәрәк.
  4. Мейесте ҡулланыр алдынан иҙәнгә 50х70 тирәһе күләмле тимер киҫәге ҡағырға кәрәк.
  5. Мейесте тәүлегенә 2-3 тапҡы­рҙан артыҡ яғырға ярамауы, һәр яғыу ваҡытының сәғәт ярымдан артыҡ булмаҫҡа тейеш икәне хаҡында ғаилә ағзаларына иҫкәртеп торорға.
  6. Мейесте артыҡ ҡыҙҙырмаҫҡа. Утты тоҡандырған саҡта бензин, кәрәсин һәм башҡа тиҙ яна торған шыйыҡсалар ҡулланыу тыйыла.
  7. Яғылған мейесте ҡарауһыҙ ҡал­дырмаҫҡа.
  8. Балаларға мейес яғырға рөх­сәт итмәҫкә, яғылған мейес янында уларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа.
  9. Йорт кәрәк-яраҡтарын һәм ме­белде 50 см алыҫлыҡта урынлашты­рырға; утынды мейескә терәтеп һал­маҫҡа; керҙе яғылған мейескә яҡын киптермәҫкә.

Янғын хәүефһеҙлегенең ошо ябай ғына ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

Янғын сыҡҡан осраҡта 01, 2-12-65, кәрәҙле телефондан 112 һандары буй­ынса шылтыратырға кәрәк икәнлеге тураһында хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ.

Илгиз САТТАРОВ,

бүлек начальнигы, эске хеҙмәт подполковнигы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас